Башҡорт һылыуы Кореяла үтәсәк халыҡ-ара матурлыҡ һәм гүзәллек бәйгеһендә Рәсәй данын яҡлаясаҡ

Башҡорт һылыуы Кореяла үтәсәк халыҡ-ара матурлыҡ һәм гүзәллек бәйгеһендә Рәсәй данын яҡлаясаҡ
Башҡорт дәүләт педагогия университетының 5-се курс студенты Айгөл Вәлиева тотош ил буйынса барған һайлап алыу турында ҡатнашып, 2 мең һылыу араһынан еңеүсе тип табылған. Әле ул донъя студенткалары араһында ойошторолған гүзәллек бәйгеһенә әҙерләнә.
Фотосессияла ҡатнашыу бәйгеләге төп һынауҙарҙың береһе. Әлегә Айгөл баш ҡаланың ябай студияларының береһендә шөғөлләнһә, халыҡ-ара бәйгелә уға донъя кимәлендәге белгестәр менән эшләргә тура киләсәк. Ил буйынса һайлап алыу турын үтергә ҡыҙға инглиз телен яҡшы белеүе лә ярҙам иткән.
Мәсетле районының Тайыш ауылы һылыуы бәйгегә бары тик еңеү яулау маҡсаты менән йүнәләсәген йәшермәй. Ул быға тиклем факультет һылыуҡайы, Рәсәй кимәлендәге Мисс студентка, республиканың "Һылыуҡай" бәйгеләрендә уңышлы сығыш яһаған. Латин-америка бейеүе менән шөғөлләнә. Халыҡ-ара конкурсҡа килгәндә, "Мисс университет" бәйгеһе Берләшкән милләттәр, ЮНЕСКО ойошмалары тарафынан йыл һайын ойошторола. Бәйгелә донъяның төрлө юғары уҡыу йорттарында белем алыусы ҡыҙҙар көс һынаша. Айгөлдөң уңышлы сығыш яһаясағына курсташтары шикләнмәй.
Ике көндән Айгөл әлегә ғүмерендәге иң ҙур һынауҙарҙың береһенә йүнәләсәк. Аҙна дауамында һылыуҡай дефиле, бейеү, фотоссессия кеүек конкурстарҙа үҙен һынаясаҡ. Әйткәндәй, һомғол буйлы гүзәлкәй үҙен аш-һыуға сикләүҙәр менән йонсотмай.
Иллегә яҡын конкурсант араһында башҡорт һылыуы милли кейемдә сығыш яһамаҡсы. Бәйге һөҙөмтәләре 25-се ғинуарҙа билдәле буласаҡ.
Уңыштар юлдаш булһын һиңә, Айгөл!
Әйткәндәй, Айгөл өсөн түбәндәге һылтанма буйынса күсеп, тауыш бирә алаһығыҙ!

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb