Башҡорт академия драма театрында Константин Райкин менән осрашыу үтте

Башҡорт академия драма театрында Константин Райкин менән осрашыу үтте
8 февралдә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында баш ҡалабыҙ Өфөгә гастролгә килгән Мәскәүҙең «Сатирикон» театрының художество етәксеһе, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы, Рәсәй Дәүләт премияһы лауреаты Константин Аркадьевич Райкин менән осрашыу булды. Бөгөнгө Рәсәй театр сәнғәтенең абруйлы эшмәкәрҙәренең береһе, мәшһүр актер, режиссер, педагог К.А.Райкинға, уның ҡабатланмаҫ ижадына һәм тормошона ҡарата ҡыҙыҡһыныу ҙур. Константин Райкин үҙе лә Башҡорт академия драма театрының илдәге иң дәрәжәле милли театрҙарҙың береһе булараҡ яҡшы белеүе хаҡында бәйән итте. Һүҙ, әлбиттә, уның атаһы - бөйөк Аркадий Райкин хаҡында ла барҙы. К.Райкин тормоштоң һәр осрағынан сәнғәт эҙләй. Әле лә ул осрашыуҙы үҙенсәлекле бер «спектаклгә» әүерелдерҙе. Театрҙың 95 йыллығы уңайынан быйыл Мәскәүҙә уҙасаҡ гастролдәр хаҡында ла әңгәмә барҙы.
К.А.Райкиндың гастроль программаһында «Иң яратҡаным» моноспектакле. Бында ул ижад юлының тәүге миҙгелдәре, атаһы, тормош һәм ижад юлы хаҡында иҫтәлектәр һөйләй, тормошоноң иң ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле ваҡиғаларына туҡтала. «Иң яратҡаным» моноспектакле – тамашасы менән күҙгә- күҙ ҡарашып һөйләшеп, күңелеңде, йөрәгеңдәге иң изге хистәрҙе асыу ул. Яратҡан шағирҙары - Давид Самойлов, Николай Заболоцкий, Николай Рубцов, Осип Мандельштам, Лопе де Вега, А.С.Пушкин шиғырҙарын уҡый.
Осрашыу мауыҡтырғыс һәм ижади йәһәттән бик әһәмиәтле булды.
Сығанаҡ: театр сайтынан алынды
 

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb