Башҡорт дәүләт академия драма театры рәсми рәүештә Мәҙәниәт йылын асты
22 февраль көнө Башҡорт дәүләт академия драма театры рәсми рәүештә Мәҙәниәт йылын асты. Был тантаналы ваҡиға сираттағы премьера - Игорь Герман пьесаһы буйынса «Ғәфү ит мине!» спектакле менән билдәләнде. Театр был көнгә төплө әҙерләнде.
Фойела театр музейы архивынан төҙөлгән театрыбыҙҙың 95 йыллыҡ күркәм юбилейына арналған ретроспектив күргәҙмә ойошторолдо. Бында башҡорт сәхнәһенең мәшһүр артистарының фотоһүрәттәре, театр тарихының иң мөһим ваҡиғалары күрһәтелде.