Башҡорт дәүләт академия драма театрында пресс-конференция уҙҙы

Башҡорт дәүләт академия драма театрында пресс-конференция уҙҙы
4 октябрь Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында 94-се ижад миҙгелен асыу алдынан журналистар ҡатнашлығында пресс-конференция уҙҙы. Осрашыуҙа театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов һәм йәш артистар Артур Ҡунаҡбаев менән Руслан Хайсаров ҡатнашты.
Олег Закир улы киләһе ижад миҙгеленең түңәрәк дата булыуы хаҡында билдәләп китте, уға хәҙерҙән ентекле әҙерләнер кәрәк, тине ул. Йола буйынса быйыл да театр тамашасыһын яңы премьералар менән ҡыуандырасаҡ – Т.Ғарипова пьсаһы буйынса «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара Юрға» мюзиклы, И.Германдың «Ғәфү ит, мине», Ә.Ғаязовтың «Яңғыҙҙар ташы» драмалары, Ж.Сармандың «Ма-Мурэ» комедияһы, Н.Носов буйынса «Белмәҫйән мажаралары». Әйткәндәй, «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара Юрға» мюзиклы Президент грантына лайыҡ булды, премьера 22-23 ноябргә планлаштырыла, ә «Ма-Мурэ» комедияһында СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөллки Мөбәрәкова үҙе уйнаясаҡ! Шулай уҡ был ижад миҙгелендә М.Ғафури әҫәре буйынса «Ҡара йөҙҙәр» драмаһы ҡуйыласаҡ (режиссеры – Айрат Абушахманов).
Быйылғы йылдан театрҙа балалар өсөн тәғәйенләнгән «Самрау»  театраль студия үҙ ишектәрен аса. Олег Ханов фекеренсә, был һәйбәт башланғыс, сөнки сәхнә теле буйынса проблемалар байтаҡ. Был студия балаларға йәштән дөрөҫ һөйләр өсөн ыңғай роль уйнарға тейеш.
Етәкселек тарафынан театрға йәштәрҙе ылыҡтырыу маҡсатында ла байтаҡ эштәр эшләнә. Әлеге ваҡытта З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында театр өсөн махсус курс әҙерләнә, улар 4 курста белем ала. Әйткәндәй, буласаҡ актерҙар күптән түгел уҙған «Театр төнө» акцияһында әүҙем ҡатнашты.
Яратҡан актерҙарыбыҙ Рәүис Заһитов, Светлана Хәкимова, Илдар Ғүмәровтарҙың был миҙгелдә юбилей бенефистары үтәсәк.
6, 8 октябрь театр Башҡортостан Республикаһының Ҡаҙағстан Республикаһында көндәре сиктәрендә Астана, Ҡустанай ҡалаларында «Аҡ пароход» спектакле менән сығыш яһай. Ә киләһе йыл ҡаҙаҡ театры башҡорт сәхнәһендә уйнаясаҡ.
Олег Ханов был ижад миҙгеленең дә уңышлы үтеүен теләне.
Фотогалереяға күсергә

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb