Башҡортостан Хөкүмәте мәҙәниәткә гранттар һанын арттырҙы

Башҡортостан Хөкүмәте мәҙәниәткә гранттар һанын арттырҙы
Р Президентының ижади проекттарға ярҙамға гранттары күбәйҙе, ә дәғүә итеүселәр исемлеге киңәйҙе. Ошо көндәрҙә республика Хөкүмәтендә субсидиялар биреүҙең яңы тәртибен билдәләүсе ҡарарға ҡул ҡуйҙылар. БР Мәҙәниәт министрлығында аңлатыуҙарынса, хөҙер грантҡа театр, музыка, хореография коллективтары һәм киностудиялар ғына түгел, шулай уҡ һынлы сәнғәт вәкилдәре лә иҫәп тота ала. Бынан тыш, берәр миллион һумлыҡ дүрт грант өҫтәлде. Йәмғеһе 2014 йылда:
2 грант — 15-әр миллион һумлыҡ
5 грант — 10-ар миллион һумлыҡ
2 грант — 5-әр миллион һумлыҡ
3 грант — 2-шәр миллион һумлыҡ
4 грант — 1-әр миллион һумлыҡ бирелә.
«Конкурс һайлап алыуы критерийҙары бик ентекле яҙылған. Яңы документ буйынса проекттар эксперт советы ағзалары тарафынан ҡарала һәм аныҡ билдәләнгән балл системаһы буйынса баһалана», — тинеләр Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Мәғлүм булыуынса, 2014 йыл республикала ла, Рәсәйҙә лә Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителгән.
Уҙып барыусы йылда БР Президенты гранттары средстволарына Өфө Амфитеатрында симфоник open-air, «Ҡара-юрға» һәм «Мөхәббәт – алтын китап» спектаклдәре, Республика көнөндә майҙанда Злат Хәбибуллиндың концерты кеүек проекттар башҡарылды.
Сығанаҡ: Башинформ мәғлүмәт агенствоһы

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb