Салауат башҡорт дәүләт драма театры Александр Островскийҙың киң билдәле «Һәр аҡыл эйәһендә ябайлыҡ та етерлек» әҫәре буйынса ҡуйылған «Глумов» спектаклен тәҡдим итте. Спектакль "Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары" федераль проекты ярҙамында сәхнәгә сығарылған һәм ҙур булмаған милли театрҙың мәшһүр классик әҫәрҙе үҙенсә яңғыратырға һәләтле икәнлеген күрһәтте.
Төрлө коллективтар тарафынан сәхнәләштерелгән пьесаны салауаттар үҙҙәренсә асҡан. Образдар таш ҡурсаҡтарҙы хәтерләтә, һәр береһенең характер һыҙаттары оҫта тотоп алынған. Гротеск алымы ҡулланылған. Сценографияла матур табыштар бар.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры Альбер Камюҙың «Калигула»һын алып килгән. Хакимлыҡ һәм яңғыҙлыҡ трагедияһы, ирек һәм ҡоллоҡ араһында һайлау - был мәңгелек темалар. Яуыз, ҡанэскес тиран, Рим императоры Калигула роленә Вадим Ҡылысов махсус саҡырылған. Ҡазан тамашасыһы, фестиваль ҡунаҡтары, театр белгестәре спектаклде, йәш актерҙар уйынын юғары баһаланы.