Башҡортостан юлдаш телевидениеһы - андроид платформаһындағы смартфондарҙа

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы - андроид платформаһындағы смартфондарҙа
Был турала каналдың яңы проекттары менән таныштырған тамашала билдәләнде.
Республиканың төп телеканалы Ер шарының теләһә ниндәй нөктәһендә лә күрһәтә. Бының өсөн инде күптәргә билдәле tv-rb.ru Интернет сайты булдырылғайны. Әле иһә Smart TV функцияһы булған телевизор һәм смартфондарҙан да Башҡортостан юлдаш телевидениеһын күрһәтеү ысулы уйлап табылған. Шулай уҡ бөгөн телевидениеның эфир һәм кабель тапшырыуҙарының 8 миллионға яҡын потенциаль тамашасыһы бар. Телеканалдың аудиторияһы үҫеү менән бергә уның эстәлеге лә яңыра. Күптән түгел «Тарих һөйөүселәр клубы», «Физ-ра», «Попкорм» кеүек яңы проекттар старт алды. Тиҙҙән башҡорт телендә ике мажаралы фильм һәм бер нисә сериал донъя күрәсәк. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы - төрлө йәштәге кешеләр өсөн дә берҙәй ҡыҙыҡлы һәм фәһемле канал. Быны телевизор ҡараусылар үҙҙәре үк иҫбатлай.
Сығанаҡ: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы сайтынан

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb