Башҡорт ауылында көтәбеҙ

Башҡорт ауылында көтәбеҙ
Башҡорт телендәге «Ҡурай» йыр-моң каналы Башҡортостан юлдаш телевидениеһының даирәһен киңәйтеү маҡсатында ойошторолған.
Телеканал хеҙмәткәрҙәре яңынан-яңы ижади йүнәлештәр эҙләй.Төрлө хәйриә акцияларында ла ҡатнашырға, концерттар ойошторорға ла өлгөрә улар.
Күптән түгел «ҠУРАЙ» каналы, Күмертау ҡалаһының 60 йыллығына арналған сараларҙа ҡатнашып, халыҡты матур тамаша менән ҡыуандырҙы, әле килеп 12 июлдә Йомағужа һыу һаҡлағысы эргәһендәге Үрге Бикҡужала урынлашҡан “Башҡорт ауылы” комплексында “НАЗА” концерт-дискотекаһын уҙғармаҡсы. Тамашала Фидан Fафаров, Fәзим Ильясов, Фәрүәз Урманшин, Резеда Әминева, Радик Юлъяҡшин, Динар Халиҡов һ.б. артистар ҡатнашыуы көтөлә. Шулай уҡ «ҠУРАЙ» каналы шәп дискотека ла вәғәҙә итә.
12 июлдә киске сәғәт 8-ҙә Күгәрсен районының Үрге Бикҡужа ауылындағы “Башҡорт ауылы” комплексы тәбиғәт ҡосағында ял итергә, башҡортса бейеп, күңел асырға саҡыра! Палатка ҡороу, ҡуртымға өй алыу, йылы аш, парковка һ.б. мөмкинлектәр – БАРЫҺЫ ЛА ҺЕҘҘЕҢ ӨСӨН!
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb