Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Башҡорт егете Мәскәүҙе яулай
Карта учреждений и афиш
Вторник, 05 ноября 2013
Башҡорт егете Мәскәүҙе яулай
Һуңғы осорҙа Радик Юлъяҡшиндың исеме сәнғәт һөйөүселәр араһында йыш ишетелә. Күптән түгел Мәскәүҙә йәш башҡарыусыларҙың "Мин — артист" тигән Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. Унда иң күп приз яҡташыбыҙ өлөшөнә төштө.
Радик 1989 йылда Өфөлә тыуа. Атаһы — балта оҫтаһы, әсәһе штукатур-маляр була. Ғаиләлә йәнә ҡыҙ бала үҫә. Үҫмер 11 йәштә атаһын юғалта, шуға ла бәләкәйҙән мохтажлыҡ кисерә. Был хаҡта ул:
— Аҡса етмәй торғайны. Хатта бер мәл йәшәгән фатирҙы һатырға тура килде, — тип хәтерләй.
Радик тәүҙә Сочиҙа үҙен һынап ҡарай. Барыбыҙға билдәле музыкант Юра Шатуновтың продюсеры менән эшләй, әммә бында уға оҡшамай. Егет Мәскәүгә барып ҡарай ҙа унда ҡалыу теләген әйтә. Әммә күптәр уның был ниәтен һүндерергә тырыша. Тик егет тә бирешергә теләмәй.
Хәҙер инде Мәскәүҙә йәшәүенә — ике йыл. Әлбиттә, баш ҡала Өфө егетен ҡуш ҡуллап ҡаршыламай. Аҙым һайын ниндәйҙер ҡаршылыҡҡа осрап торһа ла, уның сәнғәткә булған һөйөүен, ихтыяр көсөн һындыра алмай. Ауырлыҡ менән булһа ла, ул урыҫса тәүге альбомын сығара. Әлегә иҫ киткес гонорар килмәһә лә, аранжировкалау оҫталығы Радикка Мәскәү һынлы Мәскәүҙә үҙ көнөн үҙе күрергә, ижад итергә мөмкинлек бирә.
Ситтә йәшәһә лә, тыуған ҡалаһына йыш ҡайта ул, яратҡан тамашасыларын һөйөндөрөп, концерттар ҡуя. Артистың моңло тауышын үҫмерҙәр ҙә, өлкәндәр ҙә ярата.
Ҙур маҡсаттар, хыялдар менән янып йәшәй яҡташыбыҙ. Киләһе йылдың февраль айынан ул Башҡортостан, Татарстан, шулай уҡ Силәбе, Ырымбур ҡалалары буйлап гастролгә сығырға ниәтләй.
— Килер бер көн — Рәсәй фестивалендә башҡортса йыр яңғыраясаҡ, — ти Радик үҙенең алдағы маҡсаты хаҡында. Яҡташыбыҙҙың барлыҡ уй-ниәте фәрештәнең "Амин" тигән сағына тура килһен!
Автор: И. ХАҠОВ.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Главное меню
Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана