Башҡорт филологияһы факультеты 20 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Башҡорт филологияһы факультеты 20 йыллыҡ юбилейын билдәләне
Кисә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия сәхнәһендә күркәм тамаша – М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетының 20 йыллығына арналған сара үтте. Факультетты ҡотларға республикабыҙҙың, шулай уҡ Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм Ҡаҙағстан, Төркиә кеүек илдәрҙең арҙаҡлы шәхестәре килде. 
Тантананы асып университет ректоры, күренекле ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәил Әсәҙуллин факультет коллективына, студенттарға артабан да ҙур уңыштар һәм алға аныҡ маҡсаттар ҡуйып йәшәүен теләне.
Юбилей кисәһе университет студенттары һәм республикабыҙҙың сәнғәт йондоҙҙары ҡатнашлығында матур йырҙар, бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Нурия Ирсаева, Вәхит Хызыров, Фирүзә Париж, Артур Ҡунаҡбаев, Юнир Һағынбаев, «Мираҫ» ансамбле үҙҙәренең сағыу сығыштары менән ҡыуандырҙы. Тамашасы бигерәк тә сәсәниә Розалия Солтангәрәева һәм Р.Ғарипов исемендәге Башҡорт гимназия-интернатының «Аҡйондоҙ» ансамбленең сығыштарын дәррәү алҡыштарға күмде.
Факультет хаҡлы рәүештә үҙҙәренең студенттары менән ғорурлана. Улар араһында «Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсында еңеүселәр, республикабыҙҙың дәүләт органдарында эшләүселәр байтаҡ. «Уҡыусылар» уҡытыусыларына күңел түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙылар.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, милләтебеҙ үҫешенә тос өлөш индергән факультетҡа барлыҡ йыйылыусылар ҙа ҙур уңышлыҡтар юлдаш булыуын теләне.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb