Башҡорт һылыуҡайҙарының «Йәшлек гүзәле-2014» конкурсы старт алды

Башҡорт һылыуҡайҙарының «Йәшлек гүзәле-2014» конкурсы старт алды
Башҡорт телендә «Йәшлек» республика йәштәре гәзите уҡыусылары араһында даимиә рәүештә төрлө ижади конкурстар уҙғара. Уларҙың иң популярлыҡ яулағандарының береһе – «Йәшлек гүзәле» конкурсы. Унда ҡыҙҙарҙың фотолары менән уларҙың тормош юлы, киләсәк хыялдары тураһында мәғлүмәт баҫыла. Был матур проект гәзит уҡыусылары араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Конкурста ҡатнашыусылар ҡыҫҡаса резюме һәм фотоларын Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. адресы буйынса, «Бәйләнештә»ге гәзиттең аккаунтына ебәрә ала. Социаль селтәрҙә шулай уҡ «Йәшлек гүзәле-2014» төркөмө бар, унда фотолар ҡуйыла, һорау алыуҙар үткәрелә, фекерҙәр иҫәпкә алына. Яҙылыусылар һылыуҡайҙарҙы төрлө номинациялар буйынса һайлай, еңеүселәр гәзит биттәрендә баҫыла. Төркөмдә йыл миҙгелдәре буйынса «Ҡарһылыу», «Яҙһылылыу», «Йәйһылыу» һәм «Көҙһылыуы» еңеүселәре билдәләнә. Декабрҙә «Йәшлек гүзәле-2014» берләшмәһе ҡатнашыусылары һәм редакция коллективы иң матур ҡыҙҙарҙы һайлаясаҡ, улар үҙҙәре менән гәзитте һәм киләһе йыл календарын биҙәйәсәк, тип хәбәр иттеләр «Йәшлек» гәзите редакцияһынан.
Сығанаҡ: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb