«Башҡортостан» телерадиокомпанияһы «Мәңгелек ут» VII Халыҡ-ара телепрограммалар һәм телефильмдар фестиваленән I дәрәжәле диплом менән ҡайтты

«Башҡортостан» телерадиокомпанияһы «Мәңгелек ут» VII Халыҡ-ара телепрограммалар һәм телефильмдар  фестиваленән I дәрәжәле диплом менән ҡайтты
Телерадиокомпанияның «Һуңғы әйҙәүсе йәки баһаланмаған батыр» документаль фильмын жюри ағзалары юғары баһаланы һәм ул «Иң яҡшы хәрби-патриотик программа» номинацияһында еңеү яуланы. Был документаль картинаның авторы республикабыҙҙа киң билдәле журналист, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Луиза Фархшатова. «Һуңғы әйҙәүсе йәки баһаланмаған батыр» 2012 йылда төшөрөлгән.
Белешмә: «Мәңгелек ут» Халыҡ-ара телепрограммалар һәм телефильмдар фестивале 30 майҙан 1 июнгә тиклем Волгоград ҡалаһында үтте. Ул Сталинград һуғышының 70 йыллығына бағышланды. Быйылғы конкурсҡа Рәсәй һәм сит илдәрҙән 100 яҡын эштәр тәҡдим ителде.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb