Башҡортостанда —Рәсәй моңо

Башҡортостанда —Рәсәй моңо
27—29 сентябрҙә Өфөлә ХХIII халыҡ-ара Аксаков көндәре була. Ошо байрам барышында Рәсәй Яҙыусылар союзының күсмә пленумын үткәреү ҡаралған. Ул "Башҡортостан: Евразия төйөнө. Күп милләтле Рәсәй әҙәбиәтенең бурыстары һәм Евразия традициялары" темаһына арналған. С.Т. Аксаков исемендәге сираттағы премияны тапшырыу тантанаһы ла байрамдың матур биҙәге буласаҡ. 
Башҡортостанға Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, тарих фәндәре докторы, профессор, С.Т. Аксаков исемендәге Бөтә Рәсәй әҙәби премияһы лауреаты Валерий Ганичев етәкселегендә илебеҙҙең төрлө төбәктәренән — Татарстандан, Силәбенән, Сыуашстандан, Екатеринбургтан, Һамарҙан, Ырымбурҙан, Белгородтан егерме яҙыусы киләсәк. 
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb