Өфөлә байрам, ғәҙәттәгесә, Рәсәй көнө менән бер көнгә тура килә. Һуңғы һабантуй Торатау итәгендә Ишембай районынында 29 июндә уҙғарыла. Унда ҡатнашып, Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы егеттәре халыҡты таң ҡалдырырға уйлай. Тәү ҡарауға был егеттәр физкультура дәресендә һымаҡ күренһә лә, күнекмәләрҙе улар бөтөнләй икенсе маҡсат менән эшләй. Аяҡ мускулдарын яҙҙырып алғас, атҡа һикереп менеп ултырыуы күпкә еңелерәк икән. Ат сабып барғанда һикереп төшөп, кире менеп ултырыу, йә ат кәүҙәһен уратып әйләнеп сығыу, аяҡ үрә баҫып йөрөү. Һыбайлыларҙың ошондай һәм башҡа трюктар эшләүе джигитовка тип атала. Һуңғы осорҙа был элекке спорт төрө һабантуйҙарҙа күрһәтелә башланы. Рәсәй кимәлендә генә түгел, хатта халыҡ-ара ярыштарҙа ла еңеү яуланған аттар хужаһы Алмас Шөғөров та ошо маҡсат менән Иҫке Сибай ауылында команда туплаған. Егеттәрҙе “джигитовка” серҙәренә өйрәтергә башҡорт циркын ойоштороусыларҙың береһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Миҙхәт Солтангәрәевте саҡырғандар. 30 йыл циркта ошо йүнәлеш буйынса эшләгән Миҙхәт Сәйфулла улынан да аттарҙы яҡшыраҡ белгән кеше юҡтыр. Әле һикһән йәшен ваҡлаһа ла, һөнәрен ташламай. Башҡортостан буйлап йөрөп, егеттәрҙе өйрәтә, тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Иҫке Сибайҙа өсөнсө көн генә булһа ла, егеттәр яҡшы һөҙөмтә күрһәтә. Бала саҡтан аттарҙы яратып, һыбай йөрөп өйрәнгән Илмир менә Илгизгә дәрестәр еңел бирелә. Ике көн эсендә улар трюктарҙы отоп та алған. Әйткәндәй, тап Миҙхәт Солтангәрәевтың тәрбиәләнеүселәре Баймаҡ районының “Ылаҡ” командаһын төҙөгән. 2016 йылда Ҡырғыҙстанда үткән Икенсе Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында Башҡортостан командаһы тәүге тапҡыр сығыш яһап, дүртенсе урын яулап ҡайтты. Борон-борондан башҡорт атлы халыҡ булып танылған. Элек-электән башҡорт атлылары юғары баһа алып килә. Бәлки был егеттәр ҙә һабантуйҙарҙа ғына сығыш яһап ҡалмай, ил, донъя кимәленә сығып, башҡорт һыбайлыларының данын йәнә берҙе танытыр.