Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәле Хәмзин призына конкурс үтәсәк

Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәле Хәмзин призына конкурс үтәсәк
Ағымдағы йылдың 22 ноябрендә Белорет районында Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Ғәле Хәмзин призына йыр бәйгеһе үтә.
Ғәле Ғәббәс улы 1950 йылда Белорет районы Әхмәр ауылында тыуып үҫә. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағас, Башҡорт дәүләт филармонияһында эш башлай. 
Ғәле Хәмзин көслө тауышлы йырсы булып халыҡ хәтерендә һаҡлана, айырыуса халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булып дан ҡаҙана. Йырсы“Йәдкәр” фольклор ансамбле ойоштороусыһы һәм 25 йыл буйы уның алыштырғыһыҙ етәксеһе булды.
Билдәле йырсыбыҙҙы республиканан ситтә лә яҡшы беләләр. Башҡорт музыкаһының сит ҡитғаларға таратылыуында уның роле баһалап бөткөһөҙ ҙур.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb