Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Белһәң ине ерҙә йәшәү сәнғәтен!..
Четверг, 13 февраля 2014
Белһәң ине ерҙә йәшәү сәнғәтен!..
26 ғинуар – 5 февраль... Тыуым менән Үлем араһы... Ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙҙың "Алма" антикафеһында шағир Ғилман Ишкининдың ижадын үҙ итеүселәр, көндөң 40 градусты үтеп һалҡынайыуына ҡарамаҫтан, йылы усаҡ янына йыйылған һымаҡ, уртаҡ тойғо, уртаҡ юғалтыу эҙенән тупланды.
Ул һис ҡасан да уҡыусылар, ҡәләмдәштәре араһында ижады менән бер төрлө генә фекер уятҡан яҙыусы булманы. Киреһенсә, шәлкемдәре баҫылып сығыу менән бәхәс башланыр, төрлө шау-шыу ҡубыр ине. Сөнки, беренсенән, ул башҡорт әҙәбиәтен верлибрҙар менән байытты, икенсенән, фекерҙәр киңлеге һәм тәрәнлеге, яңыса ҡараш төрлө быуын әҙиптәре тарафынан төрлөсә ҡабул ителде. Традицион шиғриәтте генә таныусылар аҡ шиғырҙы бөтөнләй ижадҡа һанаманы, ә уға барыбер ине, сөнки Ғ. Ишкинин үҙ уҡыусыһын тапҡанын белә, яңы быуын яңы фекер көткәнен тоя ине. Ул бер ҡасан да әҫәрҙәремде баҫығыҙ тип, редакция тупһаларын тапаманы, киреһенсә, үҙенән һорап алып баҫтылар. Тағы ниндәй ҡыҙыҡлы фекере, көтөлмәгәнсә асышы менән һиҫкәндерер икән шағир, тип һорай инек унан шәлкемдәрен. Шуныһы ҡыҙыҡ: ул яҙғандары өҫтөндә эшләмәне, киреһенсә, һәр нәмәлә тәбиғилеккә өҫтөнлөк биргәс, нисек килгән уға шиғыр, шул килеш матбуғатҡа бирә ине. Ғилман Ишкининдың уҡыусыһы – ул уның ижадташы ла.
Кисәлә ҡәләмдәштәре Азамат Юлдашбаев, Мөнир Ҡунафин, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Гөлназ Ҡотоева, Гөлнара Хәлфетдинова, "Йәшлек" гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков, журналист Баныу Ҡаһарманова уның хаҡындағы хәтирәләре менән генә уртаҡлашып ҡалманы, ә ижадына баһа бирҙе, ниндәйҙер кимәлдә шиғырҙарына анализ да яһаны. Уҡытыусыһы Зәфәр ағай Хәйбуллиндың килеүе кисәгә шағирҙың тыуған яҡ һулышын өрҙө, уның бала саҡтарына алып ҡайтты. Әйткәндәй, Зәфәр ағайҙың улы Айбулат сараның төп бағыусыһы булып сығыш яһаны. Класташы, шағирә Нәфисә Тулыбаева хәтирәләре менән шулай уҡ мәктәп йылдарына саҡырҙы, кисәне – йыры, ә ҡурайсы Марат Тулыбаев ҡурай моңо менән биҙәне. Сараға шағирҙың ҡатыны Динара, ҡыҙы Ләйлә лә килде. Улар ҡәҙерле кешеләрен дуҫтарының, әҙәбиәт һөйөүселәрҙең онотмағанына рәхмәтен еткерҙе. Йәшерәк быуын ижадсылары Гөлнур Ҡыуатова, Илшат Зарипов, Мансур Ҡаҙаҡаев, Гөлнара Күскилдина, Денис Ғилманов шулай уҡ шағирҙың ижады хаҡында ҡыҙыҡлы фекерҙәр әйтте. Ҡайҙалыр шағир менән юлдары киҫешкәндәр, уның менән бөтөнләй күрешмәгәндәр ҙә бар ине сарала. Һәр кем иң тәү сиратта Ғилман Ишкининдың ижадына битараф булмауын күрһәтеп, шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Был сарала ҡатнашыусылар өсөн төп талап булһа ла, уны һәр кем ҙур ихласлыҡ менән башҡарҙы. "Күк бүре" ойошмаһы егеттәре үҙҙәренең мәңгелек ағзаһы, көрәшсе, ысын башҡорт егете Ғилман Ишкинин менән ғорурланыуҙары хаҡында һөйләне. Эйе, ул ғүмеренең һуңғы көндәренәсә майҙандарға сығып, тел, ил яҙмышы өсөн сығыштар ойошторошто, был донъяла йәшәгәс, йөрәгеңде йомарлап түгел, ә асыҡ күңел менән ғүмер кисерергә кәрәклеге хаҡында яҙҙы, үҙе лә шулай йәшәне.
Шағирҙарҙың ижады – ул күрәҙәлек. Быны Ғилман Ишкининдың ижады ла иҫбатлай. Әллә күпме миҫал килтерергә була уның шиғриәтенән. Береһенә генә туҡталайыҡ:
Бөгөн яуған беренсе ҡар кеүек,
Тыуған яҡҡа ҡайтып яуғым килде.
Көттөрмәйсә, һиҙҙермәйсә генә
Ҡар болото кеүек ауғым килде.
Арып-талып борма юлдарынан,
Интектергән саҡыр-соҡорон
Ҡарҙар һылап, бер елдереп кенә
Ҡайтып төшкө килде кис ҡорон.
Ныҡ көттөргән ҡар бөртөгө булып,
Һирәкләнгән керпек, сәсенән
Тәгәрәгем килде әсәйемдең
Аяҡ аҫтарына сәселеп.
Урамдарҙы, тыҡрыҡтарҙы урап,
Һыҙылғанда мейес төтөнө,
Ел-буранһыҙ ғына күмгем килде
Ауылымдың айлы бер төнөн.
Ашыҡмайса ғына ағылғанда
Аҡ юрғанын һөйрәп ҡар-болот,
Тыуған яҡҡа ҡайтып яуғым килде
Йылы ғына ҡарлы йыр булып...
("Йылы ғына ҡарлы йыр" шиғыры).
Эйе, тап ошо шиғырҙағыса, тыуған яғына ҡайтып барғанда фажиғәле һәләк булды шағир... Кемдер әйткән бит, шағирҙың үлеме – ижадының дауамы, тип. Ошо һүҙҙәрҙе раҫлап, ҡыҫҡа ғына шиғырҙарына тотош романға һыйырлыҡ фекерҙәр һалған Ғилман Ишкининдың шиғриәте – ул мәңгелек шиғриәт, бөгөнгө һәм киләсәк шиғриәте, тип өҫтәйек.
Былтыр "Бельские просторы" журналының 12-се һанында VI республика асыҡ тәржемә конкурсына тәҡдим ителгән шиғырҙы баҫтылар. Ул – Ғилман Ишкининдың "Ахырыһы, мин беләм бәхет ни икәнен... Ахырыһы, мин беләм ҡайғы ни икәнен…" тигән шиғыры. Конкурс хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте ошо адрес буйынса табырға була: http://www. bp01.ru/public.php?public=3484. Ҡатнашығыҙ, хөрмәтле шиғриәт һөйөүселәр, Ғ. Ишкининдың ижадына битараф булмағандар! Бына ул шиғыр, әгәр журналда подстрочник (әйткәндәй, автор үҙе эшләгән) менән бирелһә, бында әҫәрҙең үҙен генә тәҡдим итәбеҙ:
Ахырыһы, мин беләм
Бәхет ни икәнен…
Миҙгел кеүек түгеллеген беләм,
Һәм шуға ла яҙҙы йәйгә,
йәйҙе көҙгә ялғап
Көтөп алам түҙемлегем менән.
Ахырыһы, мин беләм
Ҡайғы ни икәнен…
Йәште һорап тормағанын беләм,
Шаҡып рөхсәт алмаҫ, ҡапыл инер
Кеүек инде минең йөрәк – келәм.
Ахырыһы, мин беләм
Бер ни белмәгәнемде…
Ғилман Ишкинин был ерҙә, үҙенең шиғырында әйтелгәнсә, ҡоштар телен белеп йәшәгән шағирҙарҙың береһе булды. Ул, гүйә, бер нәмәгә ауырһынмай, аптырамай, йәшәү серен дә белә кеүек ине. Яҙмышы менән айҡашып, ярһыуҙарын иманда баҫҡан шағир ерҙә йәшәү сәнғәтенең серҙәрен шиғырҙарында асып китмәнеме икән?!.
Автор: Лариса АБДУЛЛИНА.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Главное меню
Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана