Бетховендың симфонияһын тыңлағығыҙ килһә...

Бетховендың симфонияһын тыңлағығыҙ килһә...
8 ноябрь Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры сәнғәт һөйөүселәрҙе Өфө сәнғәт училищеһының Концерт залында үтәсәк кисәгә саҡыра. Программала бөйөк композитор Бетховендың әҫәрҙәре яңғыраясаҡ. Фортепианола Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Халыҡ-ара конкурстар лауреаты – Рөстәм Шәйхетдинов, дирижеры – оркестрҙың художество етәксеһе һәм баш дирижеры Рөстәм Сөләймәнов.
Концертта яңғыраясаҡ бишенсе симфония кенәз Ф.И. Лобковиц һәм граф А.К. Разумовскийға арнала. 1808 йылдың 22 декабре тәүге тапҡыр уйнала, әммә тамашасы әҫәрҙе һалҡын ҡабул итә. Бөгөнгө көндә бишенсе симфония донъя мәҙәниәте мираҫында төп урынды биләй. Ысынлап та, моң - ул мәңгелек.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb