Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
"Беҙ Илештән сығып киткәндә үк шәп егеттәр, ахыры, булғанбыҙ!.."
Среда, 07 августа 2013
"Беҙ Илештән сығып киткәндә үк шәп егеттәр, ахыры, булғанбыҙ!.."
Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Мөғәллим улы Миңнуллин Башҡортостандың Илеш районында тыуған. Буласаҡ шағирҙың бала сағы, үҫмер йылдары Сөн буйында үтә. Мәктәптән һуң ике йыл "Маяҡ" район гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. Ижад менән ныҡлап шөғөлләнеүе лә шул йылдарға тура килә. Әле мәктәптә уҡығанда уҡ "Башҡортостан пионеры", "Маяҡ" гәзиттәрендә беренсе шиғырҙарын баҫтырған Роберт әҙәбиәт менән ысынлап ҡыҙыҡһына башлай. Мәҡәләләр менән бер рәттән шиғырҙар ҙа яҙа. Улар "Маяҡ", "Ленинсы", "Кызыл таң" гәзиттәрендә баҫыла.
Ҡазан дәүләт университетының татар теле һәм әҙәбиәте бүлегендә уҡып йөрөгән сағында уҡ инде Роберт Миңнуллин талантлы йәш шағир булып таныла. "Беренсе ҡарлуғастар" (1970) исемле йәш авторҙар китабында сыҡҡан шиғырҙарын йәмәғәтселек яратып ҡабул итә. Университетты тамамлағандан һуң Роберт Миңнуллин "Яшь ленинчы" гәзитендә эшләй башлай, балалар донъяһы менән яҡындан таныша. Һәм, лирик шиғырҙар менән бер рәттән, балалар өсөн дә тәүге шиғырҙарын яҙып ҡарай. "Аҡбай цирк ҡарай" (1978), "Ете ағай тай егә" (1980), "Айға остоҡ" (1982) исемле балалар китаптары һәм телевидение аша әҙәбиәтте актив пропагандалағаны өсөн 1982 йылда Р. Миңнуллин Муса Йәлил исемендәге республика премияһына лайыҡ була.
Уның балаларға арнап яҙған бер генә китабы ла йәмәғәтселек иғтибарынан ситтә ҡалмай. Мәҫәлән, "Беҙҙең ауыл зоопаркы" (1988), "Энекәш кәрәк миңә" (1990) исемле китаптары республика конкурстарында беренсе урындарҙы яуланы. "Донъялағы иң ҙур алма" (1992) исемле китабы өсөн шағир халыҡ-ара әҙәби бүләккә — Г.-Х. Андерсен исемендәге Почетлы дипломға лайыҡ булды. Исеме атаҡлы әкиәтсенең Почетлы исемлегенә керетелде. 1997 йылда Р. Миңнуллинға балалар әҙәбиәте өлкәһендә ҡаҙаныштары өсөн Татарстан Яҙыусылар союзының А. Алиш исемендәге премияһы бирелде. 1998 йылда иһә шағир "Мәғариф" нәшриәте сығарған "Күстәнәс" (1995) тигән китабы өсөн Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһы менән бүләкләнде. “Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре”, “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәрҙе лә йөрөтә.
Роберт Миңнуллин — тәжрибәле журналист, 1979 йылдан — Яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы. Оҙаҡ йылдар "Казан утлары" журналында бүлек мөхәррире, яуаплы сәркәтип, Татарстан телевидениеһында — баш мөхәррир, "Яшь ленинчы" ("Сабантуй") гәзитендә хәбәрсе, баш мөхәррир булып эшләй. 1990 йылдан — Татарстандың халыҡ депутаты. 1995 — 2004 йылдарҙа — Татарстан Республикаһы Дәүләт Советының Мәҙәни һәм милли мәсьәләләр комиссияһы рәйесе, Дәүләт Советы рәйесе урынбаҫары вазифаларын башҡара.
Автор: Б. МӨХӘРРӘМОВ
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Главное меню
Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана