Билдәле ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Зиннур Нурғәлинға - 85 йәш!

Билдәле ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Зиннур Нурғәлинға - 85 йәш!
Бөгөн Ә.-З.Вәлиди исемендәге Милли китапханала филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Зиннур Нурғәлин менән матур осрашыу үтте. Сара китапхананың Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә (етәксеһе – Айгөл Буранғолова) ғалимдың оло юбилейына арнап ойошторолдо. Унда шулай уҡ филология фәндәре докторы Тимерғәле Килмөхәмәтов, башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультеты студенттары (БДУ) һәм З.Исмәғилев исемендәге сәнғәт академияһының талантлы йәштәре ҡатнашты. 
Тимерғәле Килмөхәмәтов шәхес тормошонан ҡыҙыҡлы ваҡиғалар менән бүлеште. Зиннур Әхмәҙи улы бик бәхетле кеше, сөнки ул тормош юлын үҙе яратҡан һөнәргә бағышланы, тине ул. 
Ысынлап та, Зиннур Нурғәлин күп яҡлы шәхес - 20-ләп китап һәм монография, күп һанлы ғилми һәм тәнҡит мәҡәләләре авторы, оҙаҡ йылдар сәнғәт институтының алыштырғыһыҙ ректоры, халыҡ музыка ҡоралдары факультетын ойоштороусы итеп беләбеҙ. Башҡорт мәҙәниәтенең, башҡорт теленең тарихын өйрәнеүҙә лә ғалимдың роле ҙур.
Осрашыу Зиннур Әхмәҙи улы ҡасандыр нигеҙ һалған халыҡ музыка ҡоралдары факультеты студенттары башҡарыуында халыҡ моңдары менән үрелеп барҙы. Әйткәндәй, ғалим үҙенең эшмәкәрлегенең төп хеҙмәте итеп тап ошо факультеттың асылыуын билдәләне.
Кисә аҙағында Зиннур Нурғәлин стдуденттарҙы белемгә ынтылырға саҡырҙы, сөнки киләсәк, милләт яҙмышы һеҙҙең ҡулда, тип билдәләне.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb