Билдәле ҡурайсы һәм педагог Ришат Рәхимов үҙенең юбилейын билдәләй

Билдәле ҡурайсы һәм педагог Ришат Рәхимов үҙенең юбилейын билдәләй
13 ноябрь Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында Башҡортостандың халыҡ артисы Ришат Рәхимовтың юбилей концерты уҙа. Билдәле ҡурайсыны, педагогты ҡотларға артистың ижадташ дуҫтары, уҡыусылары киләсәк. Ижад кисәһендә БР Милли халыҡ ҡоралдары оркестры, Азат Айытҡолов, Рәсүл Ҡарабулатов, Ишморат Илбәков, Рима Амангилдина, Вәлит Илембәтов, Лилиә Ишемйәрова, Сәғиҙулла Байегет, Рушан Биктимеров, Илшат Ишморатов, «Ант» төркөмө, Фәттәх Аралбаев, Илһам Байбулдин, Фирҙүс Шәрифуллин, Марсель Сәитов ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ Өфө сәнғәт училищеһының Ҡурайсылар ансамбле һәм Башҡорт халыҡ ҡоралдары оркестры кисәгә матур йәм өҫтәйәсәк.
Концерт 19.00 сәғәттә башлана. Тамашаға рәхим итегеҙ!

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb