Билдәле шәхестәр ниндәй китап уҡый?

Билдәле шәхестәр ниндәй китап уҡый?
Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана «Минең тормош китаптарым» исемле Бөтә Рәсәй кимәлендә үткән үҙенсәлекле проектҡа ҡушыла. Ул «АСТ» нәшриәте ярҙамында үтә. Акция билдәле шәхестәрҙе ылыҡтырып, илебеҙҙә китап уҡыуҙы популярлаштырыу маҡсатын ҡуя.
Проект сиктәрендә Милли китапханала республикала мәҙәниәт, фән, сәйәсәт, спорт өлкәһендә ҙур уңыштарға өлгәшкән билдәле шәхестәр менән йәнле осрашыуҙар үтәсәк. Улар барыһы ла үҙҙәре яратҡан, аң кимәлен үҫтергән, иң яҡшы тип иҫәпләгән китаптары хаҡында һөйләйәсәк. Был осрашыуҙар китапхананың рәсми сайтында яҡтыртылысып барасаҡ.
Акция аҙағында билдәле шәхестәрҙең яратҡан китаптары исемлегенә таянып уникаль күргәҙмә эшләнәсәк.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb