Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Билдәле журналист, шағир, ҡурайсы Ғәли ИЛЬЯСОВТЫҢ яҡты иҫтәлегенә арналған тамаша
Карта учреждений и афиш
Четверг, 14 ноября 2013
Билдәле журналист, шағир, ҡурайсы Ғәли ИЛЬЯСОВТЫҢ яҡты иҫтәлегенә арналған тамаша
“Мәңге Урал тауҙарында
Булыр минең күңелем.
Улар тураһында һөйләп
Һис кенә талмаҫ телем.
Эшсән, ябай кешеләрен
Яҡын, туған күрермен,
Уларҙың хыял-моңдарын
Йөрәгемә үрермен.
Әгәр булһам шул яҡтарҙа,
Ҡаяларға менермен,
Шаулы йылғалар ярында
Ат уйнатып елермен,
Аулармын кейек, йәнлеген,
Сөйөрмөн күккә бөркөт...
Болондары ҡаршы алыр
Ҡурай моңдарын бөркөп...”
Был шиғыр авторы Ғәли Йәләл улы Ильясов 1938 йылдың 18 ноябрендә Башҡортостандың Мәләүез районы Әбет ауылында тыуа. Уның бала сағы дәһшәтле һуғыш йылдарына туры килә. Илгә килгән аяныс заманалар Ғәлиҙең атаһын алып китә. Күп һынауҙар аша үтергә туры килә сабый балаға. Әммә ғүмер дауам итә. Урта мәктәпте тамамлағас, ул Күмертау ҡалаһында урынлашҡан профессиональ – техник училищела уҡый. Унан һуң Күмертау күмер байыҡтырыу комбинатында электромонтер булып эшләй. Ата – әсәһенән килгән тыуған илгә, йыр – моңға, матурлыҡҡа булған һөйөүе уны кесе йәштән үк ҡурайҙа уйнарға ынтылдыра, шиғырҙар, мәҡәләләр яҙырға өндәй. Ошо һәләте уны журналистикаға алып килә.
Ғәли Ильясов ижад юлын район гәзитендә башлай. Талапсан, талантлы журналистты тиҙҙән “Совет Башҡортостаны ” гәзитенең республиканың көньяҡ райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе итеп эшкә алалар. Ғүмеренең аҙағынаса ошо вазифала була ул. 1974 йылдың 26 авгусында көтмәгәндә генә вафат була.
Хәләл ефете Шәрифә Абдулла ҡыҙы һәм шағирҙың дуҫы Мәхмүт Һибәт тырышлығы менән 1980 йылда “Күҙле шишмә” исемле беренсе китабы, 1994 йылда «Беҙҙең сәйәхәт» тигән балалар өсөн поэмаһы, 2001 йылда бер шәлкем шиғырҙары, 2010 йылда“Тамғалар” шиғырҙар йыйынтығы һәм иң тулы йыйынтығы “Эйәрле тау” донъя күрә. Үкенескә ҡаршы, Ғәли Ильясов уларҙың китап итеп баҫтырылыуын күрмәй. Әйтерһең дә Урал батырҙың туған халҡына булған һөйөүе тыуған илдең хозурлығына, кешеләрҙең алсаҡлығына ҡойоноп үҫкән Ғәли Ильясовтың йөрәгенә күскән. Эйе-эйе! Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә шағир һабантуйҙарҙа көрәшеп халыҡта бил бирмәҫ Ғәли батыр исемендә яулаған.
Ғәли Ильясовтың дуҫтары уны оҫта ҡурайсы ине тип тә иҫкә алалар. Эш сәфәре менән Өфөгә килгән саҡтарында ул һәр бер дуҫына берәр ҡосаҡ ҡыу ҡурайҙар алып килер булған. Ул ҡурайҙар йылдар ҡатламында күптән инде көлгә әйләнеп елгә осҡан. Әммә шағирҙың яҡты уйҙары, тормошҡа, тыуған илгә, халҡына булған мөхәббәте уның ижадында, балаларында, ейәндәрендә йәшәй.
“...Ә киткәндә үҙем менән
Алырмын дуҫтар йырын,
Һырттарында емелдәгән
Сағыл таштарҙың нурын,
Ҡара урмандар һулышын,
Сиге юҡ зәңгәр күген,
Йор халҡымдың һис ҡасан да
Юйылмаҫ бөйөклөгөн.”
Кисә 14 ноябрь Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтә. Тамашала
Ишморат ИЛБӘКОВ,
Рәшит ШӘКҮР
,
Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ
,
Сәйдә ИЛЬЯСОВА
,
Әсхәл ӘХМӘТКУЖИН,
Фәнил КҮЗБӘКОВ,
Зәки ӘЛИБАЕВ,
Алмас ҒАФАРОВ,
Дилбәр һәм Ғәлиә ФӘЙЗИЕВТАР,
Искәндәр ҒАФАРОВ ҡатнаша.
Башлана 19.00 сәғәттә. Инеү бушлай.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Главное меню
Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана