Иран каллиграфы Алы Ганджиҙың "Һауалағы тәҙрә" тип аталған күргәҙмәһе үҙ ишектәрен асты. 25 картинаһын автор Өфөнөң "Ихлас" мәсетенә бағышлаған. Әйткәндәй, улар тиҙҙән иман йортона урынлаштырыласаҡ.
Әлегә ғәрәп яҙыуы урын алған экспозиция менән Республика Милли музейында танышырға мөмкин. Һынлы сәнғәттең был төрө нигеҙендә ғәрәп яҙмаһы ята. Меңәр йылдар буйы оҫталар Аллаһы Тәғәлә һүҙен халыҡҡа еткереү өсөн һәр бер хәрефте тағы ла матурыраҡ яҙырға тырышҡан. Иран рәссамы Али Ганджи ла ғүмерен ошо һөнәргә бағышлаған. Күптән түгел оҫтаны "Ихлас" мәсете имамдары Өфөгә саҡырған. Ул баш ҡала шәкерттәрен ғәрәп каллиграфияһына өйрәтә. Был өлкәлә 20 йыллыҡ тәжрибәһе булған оҫта ярҙамсылары менән 7 көн эсендә 25 картина ижад иткән. Уларҙы ғинуар аҙағына тиклем Милли музейҙа күрергә була. Рәхим итегеҙ!