“Быуындар һәм еңеүҙәр эстафетаһы!”

“Быуындар һәм еңеүҙәр эстафетаһы!”
Баш ҡалаға Олимпия уты эстафетаһы яҡынлашып килә. Ошо иҫтәлекле ваҡиғаға бағышлап, БР Милли музейында “Быуындар һәм еңеүҙәр эстафетаһы!” тип исемләнгән күргәҙмә асыласаҡ. 
Экспозицияла 1980 йылда Мәскәүҙә үткән Йәйге Олимпия уйындары һәм Сочиҙа уҙасаҡ Ҡышҡы Олимпиадаға бағышланған сувенирҙар, аҡсалар, значоктар, төрлө тауарҙар, плакаттар, открыткалар урын аласаҡ. Унда шулай уҡ республика спорты, олимпия һәм параолимпия уйындары чемпиондары тураһында белешмә алырға мөмкин буласаҡ.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb