«Бәхетле һандар» кемгә эләгер?

«Бәхетле һандар» кемгә эләгер?

Яңы йыл байрамдары алдынан Башҡортостандағы «Рәсәй-Мәҙәниәт» телеканалы («Россия Культура Башкортостан») дуҫтары һәм партнерҙары менән берлектә «Бәхетле һандар» акцияһын иғлан итә. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ла был сараға ихлас ҡушыла.
Яңы йылға тиклем театр кассаһынан билет алған кешегә бүләккә телеканалдың кеҫә календары биреләсәк. Уның артында һандар теҙмәһе яҙылған. Башҡортостандағы «Рәсәй-Мәҙәниәт» телеканалының иртәнге эфирында бәхетле һандар хужаһына баш ҡалабыҙҙың мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларына саҡырыу ҡағыҙҙары отола.
Календарҙар театр кассаһында әле һатыла һәм саҡырыу ҡағыҙҙары телеканалда отола башланы.  Эфир иртәнге сәғәт һигеҙҙә башлана.
Һеҙгә ни бары:
- театр кассаһынан спектаклгә билет һатып алырға;
- бүләккә кеҫә календарын алырға;
- телеканалдың иртәнге тапшырыуын ҡарарға һәм бүләк оторға;
- саҡырыу ҡағыҙҙарын килеп алырға һәм спектаклгә рәхим итергә генә ҡала.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сайтынан



 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb