Данлыҡлы композиторҙың һуңғы әҫәренең премьераһы

Данлыҡлы композиторҙың һуңғы әҫәренең премьераһы
20 - 21 декабрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ҙур премьера буласаҡ. Унда “Мин һине нисек яратам!?” тип исемләнгән ике актлы опера фристайлы ҡуйыласаҡ. Ижади проекттың музыкаһын Салауат Низаметдинов яҙған, режиссеры Рөстәм Ғәлиев, дирижеры Марат Әхмәтзарипов, рәссам Марсель Калмагамбетов (Санкт-Петербург). 
Был әҫәр - данлыҡлы композиторҙың һуңғы ижад емеше. Салауат Әхмәҙи улы июнь аҙағында операның клавиры өҫтөндә эште тамамлай, ләкин ижадсы 29 июлдә арабыҙҙан китеп барҙы. Инструменталь партияларҙы яҙып бөтөүҙе композитор Илдар Хисаметдинов башҡарған.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb