Новогодний календарь 2025-2026
Афиша
Новости
Спецпроекты
Редакция
Культура онлайн
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
“Эдип батша”. Оҡшанымы-юҡмы?
Вторник, 02 октября 2012
“Эдип батша”. Оҡшанымы-юҡмы?
Күптән түгел Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры үҙенең 93-сө ижад миҙгелен асты. Ғәҙәттәгесә, яңы миҙгел асыуға театр премьера спектакле әҙерләне. Софоклдың “Эдип батша” трагедияһы буйынса ҡуйылған тамашаның режиссеры – сценарист һәм режиссер Искәндәр Рәүф улы Саҡаев, рәссамы – Түбәнге Новгородтан Борис Шлямин. Төп ролдә – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С.Юлаев ис. дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев.
Ижад миҙгеле асылыу уңайынан театр алдында ойошторолған байрам концертынан һуң спектакль ҡарарға йыйылғас, сәхнә биҙәлешенә тамашасы бер аҙ аптырап ҡалғандай булды. Бер сәхнәлә төп ваҡиғаларҙың һәм иҫтәлектәрҙең параллель рәүештә барыуы, күңелгә үтеп инерлек моң, маска кейгән персонаждар, ваҡиғалар үҫә барған һайын ярым-яланғас Сфинкстың сәхнә буйлап үрле-ҡырлы һикерә-һикерә йүгереүе, ниҙер һамаҡлауы, ҡабатлауҙар… - барыһы ла серле, тулҡынландырғыс…
Премьераға ҡарата һәр кемдең үҙ ҡарашы булғандыр. Кемдер күргәненән ҡәнәғәт ҡалһа, икенселәр уйҙар шауҡымына бирелде. Йөҙ ҡат ишеткәнсе, бер ҡат барып ҡарау отошло, ти бит халыҡ. Һеҙ ҙә премьера спектаклен килеп ҡарай алаһығыҙ. Сираттағы ҡуйылышы – 9 октябрь.
Рита Хәсәнова
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Главное меню
Новогодний календарь 2025-2026
Афиша
Новости
Спецпроекты
Редакция
Культура онлайн
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана