Афиша
Новости
Спецпроекты
Персоны
Редакция
Культура онлайн
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Электрон китапхананы асыу тантанаһы үтте
Среда, 30 октября 2013
Электрон китапхананы асыу тантанаһы үтте
Кисә Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала электрон китапхана асыу тантанаһы үтте. Иҫтәлекле сарала Мәҙәниәт министры урынбаҫарҙары Латыпова В.В., Алтынбаев Р.Р., Хөкүмәт Премьер-министр урынбаҫары ярҙамсыһы Вәхитов М.Р. һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.
Презентация алдынан китапхананың директор урынбаҫары Фәтхетдинова Ә.М. төҙөкләндереү эштәренән һуң асылған ишектәр, шулай уҡ «Асыҡ мөхит» программаһы сиктәрендә һатып алынған ҡулайлама менән таныштырҙы. Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә сараға килеүселәр автоматлаштырылған китап биреү системаһын күрә алды.
Электрон китапхананы асыу тантанаһы уҡыу залында үтте. Китапхана директоры Моратова А.Д. был проекттың идея авторҙарының береһе булып БР Мәҙәниәт министры урынбаҫары Латыпова В.В. тора, тине. Үҙенең сығышында Валентина Владимировна был республика өсөн әһәмиәтле ваҡиға, тип билдәләне. Ул проектты тормошҡа ашырыуҙа ҙур ярҙам күрһәткәне өсөн Республика Президентына оло рәхмәтен белдерҙе. Был китапхана ҡулланыусылар өсөн файҙалы буласаҡ, тине ул.
«Полифорт» компанияһы директоры Карунас И.В. был проекттың уникаль булыуын һәм Рәсәйҙә уларҙың һаны күп түгеллеген (12) әйтеп китте.
«Xerox» компанияһы хеҙмәткәре Малышев А.С. проектты тормошҡа ашырыуҙың этаптары хаҡында ентекле һөйләне. Уның әйтеүенсә, әлеге көндә электрон китапхана 132 китаптан, 6 аудио һәм 1 видеояҙманан тора. Әйтергә кәрәк, бөтә бүлектәрҙә материалдар менән тулыланып барасаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был проект «Китапхана эшен үҫтереү» программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Уны булдырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 7 млн. 800 һум аҡса бүленгән.
Проект түбәндәге адрес буйынса урынлашҡан: http://ebook.bashnl.ru/dsweb/HomePage.
Фотогалереяға күсергә
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Главное меню
Афиша
Новости
Спецпроекты
Персоны
Редакция
Культура онлайн
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана