Ошо көндәрҙә Өфөлә «Елкән» өсөнсө башҡорт классик музыкаһын йәш башҡарыусылар телевизион конкурсының финалы һәм гала-концерты уҙҙы. «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә 12 йәш музыкант Дмитрий Крюков идаралығындағы Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры оҙатыуында башҡорт классикаһын уйнаны. Финалсылар дүрт номинацияла сығыш яһаны: фортепиано, тынлы ҡоралдар, скрипка һәм халыҡ ҡоралдары. Композиторҙар балалар өсөн махсус рәүештә яңы әҫәрҙәр ижад иткән, башҡорт классикаһын оркестрға һалған. Арғаяш районынан йәш ҡурайсы Алмаз Бикмәтов конкурстың I дәрәжә лауреаты булды. Финалда Рөстәм Шәрипов эшкәртеүендәге «Сыңрау торна» башҡорт халыҡ йырын башҡарҙы. Алмаз Бикмәтов Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Бәжекәй урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы, Илһам Йәғәфәров класында белем ала. Алмаз күп кенә төбәк-ара конкурстар, фестивалдәр лауреаты, шулай уҡ ул Силәбе өлкәһендә башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге сараларында әүҙем ҡатнаша, "Башаккорд" балалар рок төркөмө составында сығыш яһай.