Филармония журналистарҙы буласаҡ концерт миҙгеле менән таныштырҙы

Филармония журналистарҙы буласаҡ концерт миҙгеле менән таныштырҙы
Кисә, Халыҡ-ара музыка көнөндә, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында 2013/14 йылдағы концерт миҙгеленә арналған пресс-конференция уҙҙы. Әйтергә кәрәк, 75-се ижад миҙгелендә йыр-моң һөйөүселәрҙе бик күп сағыу тамашалар көтә. Быйылғы йыл филармонияла «түңәрәк» даталар күп: 75-се ижад миҙгеле, билдәле композитор, сәнғәт эшмәкәре Хөсәйен Әхмәтовтың тыуыуының 100 йыллығы, Нәзифә Ҡадырованың 60 йәше, Вәхит Хызыровтың 20 йыллыҡ ижады... Ошоға арналып матур кисәләр үтәсәк.
Октябрь айы сағыу концерттарға бай булмаҡсы: өс тенор - Георг Эннарис (Аргентина/Бразилия), Сергей Ткаченко (Германия), Алехандро Олмедо (Мексика) ҡатнашлығында концерт көтөлә. Джаз һөйөүселәр Дебора Картерҙы (АҠШ) тыңлап кинәнәсәк. 29 октябрҙән 3 ноябргә тиклем филармония залында «Өфө-Зальцбург» III Халыҡ-ара фестивале уҙасаҡ. 4 көн буйы тамашасы билдәле йырсылар башҡарыуында классик йырҙар тыңлаясаҡ.
Орган музыкаһын һөйөүселәр ҙә ситтә ҡалмаһын – ДжампаолоДи Роза (Италия), Хайнрих Вальтер (Германия), Мартин Штефан (Германия), ХирокоИноуэ (Япония), АрвидГаст (Германия), Александр Князев (Мәскәү), Тарас Багинец (Екатеринбург) кеүек билдәле рәсәй һәм сит ил музыканттары ҡатнашлығында ҙур концерт көтөлә.
Декабрь айында Өфөбөҙгә Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Александр Тростянский (скрипка) һәм Вадим Холоденко (фортепиано) киләсәк. Академик музыка яратыусыларға был оло бүләк.
Яҙ айҙарында Италиянан билдәле скрипкасы Доменико Нордио һәм пианист Михаил Лидский (Рәсәй) гастролдәре көтөлә.
Әйтергә кәрәк, үҙенең юбилей миҙгеленә филармония ентекле әҙерләнгән. Мәҡәләлә бөтәһен дә һыйҙырып бөтөү мөмкин түгел, әммә шуны әйтә алабыҙ сәнғәт һөйөүселәрҙе бик яҡты, сағыу, яңы тамашалар көтә.
Пресс-конференциянан һуң филармонияның Орган залында БР-ҙың атҡаҙанған артисы Эльвира Хәйретдинова мәрхәмәт концерты ойошторҙо. Барлыҡ йыйылған аҡса Хабаровск крайында һыу баҫыу һөҙөмтәһендә зыян күреүселәргә йүнәлтеләсәк.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb