Фольклор бейеү һәм йыр ансамбленең концерты үтте

Фольклор бейеү һәм йыр ансамбленең концерты үтте
2014 йыл Мәҙәниәт йылы уңайынан баш ҡаланың Мәҙәниәт йортонда «Мираҫ» фольклор бейеү һәм йыр ансамбленең концерты үтте.
«Мираҫ» - вокал, хореография һәм уйын ҡоралдарын бергә туплаған күп яҡлы ижади коллектив. Артистарҙың һәр сығышы музыкаль-хореографик сюжетҡа, билдәле темаға ҡоролған театрлаштырылған тамашаға әүерелә. Ансамблдең ижади эшмәкәрлеге Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә, Франция, Испания, Италия, Португалия, Болгария, Венгрия кеүек сит илдәрҙә лә яҡшы таныш. Төрлө халыҡ-ара фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнашып, ижади коллектив жюри тарафынан һәр ваҡыт юғары баһаланып килә, тамашасы күңелен яулай. Иң мөһиме, ижади коллективтың репертуары йылдан-йыл камиллаша. Милли сәнғәт өлгөләрен һаҡлау һәм уларҙың үҙенсәлеклеген раҫлау – «Мираҫ» ансамбленең төп маҡсаты.
Сығанаҡ: БЮТ сайтынан

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb