Фольклориада: нимә ул? Маҡсаты? Ни өсөн тап Өфөлә?

Фольклориада: нимә ул? Маҡсаты? Ни өсөн тап Өфөлә?

Күңел инженерҙары йәшәй Урал төбәгендә. Былай тип әйтеүҙең сәбәбе лә бар. Башҡорттар йырлай ҙа бейей тигән фекер белдерәләр, республикабыҙҙа фольклорға, халыҡ ижадына бәйле сараларҙың йыш ойошторолоуына ҡарап. Әммә тап ҡурай, өзләү кеүек милли моң сығанаҡтарын, Салауат йыйыны, Балаҫ, Һандыҡ, Шәл, Кейеҙ байрамдарын, милли кейемдәр, уҡсылар мәктәбен, этнотөркөмдәрҙе үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйып, халыҡ ижадын һәр төрлө жанрҙа пропагандалағаны өсөн лайыҡ булманымы икән бындай иғтибарға, хөрмәткә Республика халыҡ ижады үҙәге, тип уйландым, 2020 йылда донъя фольклориадаһын ҡабул итәсәгебеҙҙе ишеткәс. Балаларҙың “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүе, сәсәндәр мәктәбе тергеҙелеүе, “Байыҡ” телевизион бейеү фестивале, ШОС һәм БРИКС саммиттары ваҡытында милли асылыбыҙҙы мөмкин тиклем тулы яҡтырта алыуыбыҙ – быларҙың барыһы ла рухиәтебеҙ мәнфәғәтендә эшләнә.
Ә инде төбәктә йөҙҙән ашыу милләт йәшәп, уларҙың һәр береһе үҙенең асылын һаҡлап алып ҡалыуға өлгәшкәнен дә иҫкә төшөрһәк, Башҡортостандың рухи мәртәбәһе тағы ла нығыраҡ асыла. Сыуаш, мари халыҡтарының боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрен тап беҙгә килеп өйрәнә милли фольклор буйынса шөғөлләнгән ғалимдар. Хәйер, был хаҡта оҙон-оҙаҡ бәйән итергә була. Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Байрас ИШБИРҘИН менән донъяуи сара хаҡында әңгәмә ҡороуыбыҙ “фольклориада”ны тулыраҡ асырға ярҙам итер, моғайын.

Сығанаҡ

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb