Граффити оҫталары Өфөнө биҙәй

Граффити оҫталары Өфөнө биҙәй
Сер түгел, СССР заманында төҙөлгән бер типлы күп ҡатлы йорттар, биналар ҡала урамдарын биҙәмәй. Бетондан, панелдән яһалған стеналарҙы, фасадтарҙы йәмләндереүгә граффити рәссамдарын йәлеп итеү бик яҡшы алым булып тора. Улар заманса темаларға бик шәп һүрәттәр эшләй ала. Миҫал өсөн яҙғыһын Салауат ҡалаһында граффитисылар төшөргән туғыҙ ҡатлы йортто килтерергә була. 
Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Юрий Гагарин урамындағы бер йорттоң стенаһында тәүге космонавттың портреты төшөрөлә башланы. Инорс биҫтәһендә лә Өфөлә йәшәүсе рәссам Павел Дорофеевтың ижадын күрергә мөмкин. Чернышевский урамы, 73 адресы буйынса урынлашҡан бинаның фасадында Михаил Нестеровтың «Юность преподобного Сергия Радонежского» картинаһының күсермәһе төшөрөлгән.
Сығанаҡ: "Йәшлек" гәзите

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb