Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Гөлдәр» өлгөлө бейеү ансамбленең ҙур ҡаҙанышы
Карта учреждений и афиш
Среда, 24 июля 2013
«Гөлдәр» өлгөлө бейеү ансамбленең ҙур ҡаҙанышы
Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә урынлашҡан «Гөлдәр» өлгөлө ансамбле (етәксеһе – Луиза Яхина) тәрбиәләнеүселәренә үҙҙәренең йәйге каникулдарын Францияла үткәреү бәхете тейҙе. Улар унда «Елдәр раузаһы» халыҡ-ара мәҙәни-белем биреү проекты сиктәрендә барып эләккән.
Ансамбль Златоуст ҡалаһында үткән һайлап алыу турында башҡорт бейеүен тәҡдим итә. Жюри йәш таланттарҙың ижадын юғары баһалай һәм Рәсәй этабы финалынан тыш, «Гөлдәр»ҙе туранан-тура Францияға ебәрергә ҡарар ҡабул итә.
Сибай бейеүселәре бар донъянан килгән 200 ансамбль менән бергә сығыш яһай. Сит ил тамашасылары уларҙың сығышын ныҡ оҡшата. Һөҙөмтәлә, ансамблдә ҡатнашыусыларҙың йәше бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, «Гөлдәр»гә 1-се дәрәжә лауреат дипломы тапшырыла. «Яңғыҙ бейеү» номинацияһында Элина Яхина 1-се дәрәжә лауреат булһа, Динис Богомаз 2-се урынды яулай. Ижади коллективтың етәксеһе Луиза Раил ҡыҙы Яхинаға иһә иң яҡшы педагог исеме бирелә.
Конкурс аҙағында «Гөлдәр» бейеү ансамбле балалары тарихҡа бай Франция ере менән экскурсияларҙа таныша. Улар Париж ҡалаһы буйлап йөрөй, Елисей яландарында, Луврҙа, Париж Алла инәһе Соборында, Диснейлендта була, Атлантик океанында һыу инә.
Сығанаҡ: "Йәшлек" гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Главное меню
Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана