Хәйбулла районында рокерҙар йыйыны үтәсәк

Хәйбулла районында рокерҙар йыйыны үтәсәк
6 июль Аҡъяр ауылында «Бөйөк дала» II Асыҡ республика рок фестивале үтә. Был хаҡта район хакимиәте белдерҙе.
Фестивалдә Башҡортостан, Ырымбур, Ҡаҙағстандың музыкаль төркөмдәре ҡатнашасаҡ. Әлеге көндө 15 коллектив конкурста ҡатнашыу өсөн ғариза биргән дә инде. Төп шарт – артистар тере тауышҡа йырларға тейеш.
Рок йыйыны милли рок мәҙәниәтен үҫтереү һәм популярлаштырыу кеүек маҡсаттар ҡуя.
Башҡортостандан «Ант», «Рух», «Бүреләр» кеүек билдәле төркөмдәрҙең сығыштары көтөлә.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb