Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Иң яҡшы Яңы йыл тамашаһына бәйге!
Карта учреждений и афиш
Четверг, 05 декабря 2013
Иң яҡшы Яңы йыл тамашаһына бәйге!
Тиҙҙән йылды барлап, тамамлап ҡуйыу ваҡыты ла етеп килә түгелме? Аһ, ул мәл – Яңы йыл, бала сағыбыҙҙан алып яҡты, сағыу байрам, ҙур мөғжизә, әкиәт кеүек. Шыршы байрамында мажаралы сюжетҡа ҡоролған тамашалар көтә беҙҙе.
"Йәшлек" гәзите редакцияһы ижади эшмәкәрлекте үҫтереү, тәжрибә уртаҡлашыу, матур, ҡыҙыҡ йөкмәткеле сценарийҙарҙы бергә туплау маҡсатынан иң үҙенсәлекле Яңы йыл сценарийына "Мөғжизә көткәндә" тип аталған конкурс иғлан итә. Бәйгенең шарттары былай: ҡулъяҙмалар етеп килгән Йылҡы йылына арналған булырға тейеш һәм ижади фантазияның милли ерлектә үҫеше мотлаҡ. Сценарий мәктәп сәхнәһе, йә мәҙәниәт йорто өсөн яҙылһын.
Сценарийҙарға профессиональ әҙиптәр баһа бирәсәк, ә иң яҡшылары гәзит биттәрендә баҫылып сығасаҡ.
Эштәр 15 декабргә тиклем ҡабул ителә. Конкурсҡа йомғаҡ 2014 йылдың ғинуар айында яһаласаҡ, еңеүселәргә редакцияның иҫтәлекле бүләктәре тапшырыласаҡ. иң шәп бер нисә сценарий гәзиттә баҫыласаҡ һәм сайтыбыҙға ҡуйыласаҡ. Ҡулъяҙма күләме компьютерҙа йыйылған 7 – 8 биттән артмаһын. Яҙмаларығыҙға 2014 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылыу квитанцияһының күсермәһен теркәргә лә онотмағыҙ.
Сығанаҡ: "Йәшлек" гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Главное меню
Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана