Илешкә байрам килеште

Илешкә байрам килеште
Ошо көндәрҙә «Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» марафоны Илештә үтте. Район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин менән Кушнаренко район хакимиәте башлығы Алмаз Йосопов тәбрикләү һүҙҙәре менән сығыш яһаны. Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова үҙ телмәрендә райондың мәҙәни тормошон юғары баһалап, илештәргә рәхмәт белдерҙе.
Милләттең рухын, ырыу-нәҫел тамырын, тарихын, рухи ҡаҙаныштарын, йолаларын танырға өйрәтеү, эстетик тәрбиә биреү, халыҡты күңелле ял иттереү – мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең төп бурысы. Улар республика һәм халыҡ-ара фестиваль-конкурстарҙа ҡатнашып, һәр саҡ еңеү менән ҡайта. Мәҫәлән «Сағыл» халыҡ театры режисcеры һәм етәксеһе Эльвира Миңлеғолова Башҡортостан Президентының – 50 мең, район ял паркы 100 мең һумлыҡ грантына лайыҡ булды. Йәш таланттарҙың “Яҙғы тамсылар” республика конкурсында А. Ғиләжетдинов, халыҡ-ара “Дуҫлыҡ моңо-2013” фестивалендә И. Шәрәфетдинов гран-приға эйә булды. 
Һуңғы йылдарҙа район мәҙәниәте тарафынан халыҡты рухи яҡтан байытыу маҡсатында төрлө саралар үткәреүгә етди иғтибар бирелә. Бөгөнгө көндә 31 мәҙәниәт йорто, 24 ауыл клубы, 30 китапхана, йәштәр үҙәге, ике музей, район мәҙәниәт һарайы, ял паркы, сәнғәт мәктәбе бар. Ун үҙешмәкәр коллектив «халыҡ» исемен йөрөтә. 
Был көндә оло байрамға йыйылған тамашасылар донъя халыҡтары бейеүҙәрен ҡарап кинәнде, моң тулҡындарында йөҙҙө. Һәр сығыш дәррәү алҡыштар менән оҙатылды. 
Илеш – моңло, нурлы һәм сән-ғәт әһелдәренә бай төбәк. Райондаштарыбыҙ менән һоҡланырлыҡ та, уларҙан үрнәк тә алырлыҡ. 
Шулай итеп, Илештә Мәҙәниәт йылын лайыҡлы ҡаршыланылар. Артабан «Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» марафоны Ағиҙел ҡалаһына күсте. 
Автор: Элена ҒИЛМУЛЛИНА.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb