«Имен-аман тороғоҙ!»

«Имен-аман тороғоҙ!»
Журналист, яҙыусы һәм тәржемәсе Рәсүл Сәғитов был һүҙҙәрҙе хәҙер эфирҙан ғына әйтмәй, уларҙы ул ташҡа ла баҫтырҙы. Шулай тип аталған әҙәби-документаль әҫәр китап кәштәләрендә урын алды. Автор Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттарында ҡунаҡта булды.
Студент йылдарында яҙыусының үҙен күреү, унан автограф алыу ғүмерлеккә һаҡланасаҡ ҡәҙерле хәтирәләрҙең береһелер ул. Лекция уҡыу, йә семинар үткәреү менән бер рәттән, студенттарҙы яҙыусылар менән дә аралаштырыу, уларҙың фекерләү ҡеүәһен бермә-бер үҫтерергә ярҙам итә, ти Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары.
Ижадын журналистиканан башлаған Рәсүл Сәғитов жанр артынан жанр үҙләштерә. Әле уның проза әҫәре нәшер итеүгә әҙер булһа ла, «Имен-аман тороғоҙ!” тип исемләнгән әҙәби-документаль китабын алданыраҡ сығарырға ҡарар иткән ул. Тимәк, автор журналистикала эшләү дәүерендә тыуған уй-кисерештәре менән әүҙем уртаҡлашыуҙы хур күрә.
«Имен-аман тороғоҙ!” китабының филолог йә журналист студенттар өсөн тағы ла бер отошло яғы бар икән. Әйтәйек, педагогия университетында уны хатта үҙенсәлекле уҡыу әсбабы итеп тә ҡулланмаҡсылар.
Күп студенттар үҙ һөнәре буйынса ғына уҡып ҡалмайынса, буш ваҡытында бейергә лә, йырларға ла өйрәнә. Китап туйлау байрамында улар ҙа Рәсүл ағайҙарына үҙ һөнәрен күрһәтеп ҡалырға тырышты.
Сирек тәүлеген компьютерҙа үткәрергә яратҡан йәштәр өсөн бындай осрашыу урынлы булғандыр. Ләззәтләнеп китап уҡыу шөғөлөн кире ҡайтарыу алымдарының береһе лә ошолор, бәлки?
Сығанаҡ: БЮТ сайтынан

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb