Иван Фартуковтың шәхси күргәҙмәһе эшләй

Иван Фартуковтың шәхси күргәҙмәһе эшләй
Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Иван Фартуковтың шәхси күргәҙмәһе эшләй.
Сәнғәт галереяһының өс залында урынлашҡан экспозицияла 90-дан ашыу картина: пейзаждар, портреттар, натюрморт һәм линогравюра техникаһы буйынса ижад ителгән картиналар менән танышырға мөмкин. Уларҙың күбеһен рәссам сәйәхәттән һуң яҙған. Ижад емештәренең географияһы ла киң. Башҡортостандың, Мысыр, Италия кеүек сит илдәрҙең матурлығын сағылдырғандары ла, тарихи, дини темаларға арналғандары ла, графика эштәре лә бар. Күргәҙмә 6 ноябргә тиклем дауам итә.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb