Изге тау Ирәмәл

Изге тау Ирәмәл
М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының рәсемдәр галереяһында Илдар Ғилманов картиналарының күргәҙмәһе эшләй. “IREMEL” тип исемләнгән һүрәттәр серияһы - ерҙең мөғжизәле яралыу дәүеренә һоҡланыу һәм үткәнгә ҡайтыу. Һәр картинанан таштарға ҡарата үтә лә нескә ҡараш, уларға бөткөһөҙ ышаныс бөркөлә. Саҡматаштар, һарыҡташтар- ерҙе яралтҡан төҙөүселәр - йылға булып һибелгән, тәбиғәттең ел - ямғырынан үҙҙәре түңәрәкләнгән,тауға ҡаҙаҡланған төҫлө…
“Әгәр таштар һөйләшә белһә...улар бер ни өндәшмәҫ ине… таштар, ваҡыттың өнһөҙ шаһиттары, - донъяның сабый сағы хаҡында боронғо хиҡәйәт һөйләп, автор, һаҡ ҡына шулай шыбырлай төҫлө, - ә ерҙең тыуыуы - ай -һай, ғәрәсәтле булғандыр! Тирә - яҡ тетрәп, гөрһөлдәп, ут сәсеп торғандыр. Ер асылып, упҡындан ғәйәт ҙур һарыҡташтар күренеп, таш йылғаһы юл башлап, ерҙә тәүге тауҙар - Урал тауҙыры хасил булғандыр. Уралдың иң гүзәл тауы Ирәмәлдә әле лә таш йылғаһы“аға”. Ер яралған илаһи миҙгелдең тәүге көндәре иҫтәлегенә хоҙай тарафынан ҡойолған һәйкәл булып күтәрелгән ул мәғрүр Ирәмәл…
Ниҙәр генә кисермәгән был таштар?! Ә ниндәй сер һаҡлай улар? Бәлки боронғо ҡәрҙәштәребеҙ хаҡында хәтирәләр, бәлки, тарих тәгәрмәсенең сикһеҙ юлы, ә бәлки боронғо ата-бабаларҙың бөйөк ҡаһарманлыҡтары хаҡында риүәйәттәр йәшеренгәндер уларҙа? Бәлки был таштар Ерҙәге әҙәм заты бер ниндәй һүҙҙәр менән дә аңлата алмаҫ илаһи мөхәббәттең бөйөк серен һаҡлайҙыр?!.
Кешеләр боронғо таштар серен аңлай алмай... тик кеше уларға ҡарап һоҡлана белеүҙән азат түгел Һәм кеше Ирәмәлдең иң түбәһенә күтәрелеп, иркен һәм тыныс мәғрүр бейеклектән тирә яҡҡа ҡарап, үҙен киң ғәләмдең бик бәләкәй, әмә бөйөк бер өлөшсәһе итеп хис итә!”
М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының картиналар галереяһында Илдар Ғилмановтың илһам илендә булған тамашасылар бына шундай ҡанатландырғыс уйҙар кисерә.
Сығанаҡ: М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сайтынан

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb