Ижадҡа дәрт өҫтәр...

Ижадҡа дәрт өҫтәр...
Кисә Хөкүмәт йортонда әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы тапшырылды. Лауреаттарҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта тәбрикләне. 
Быйыл был мәртәбәле премияға “Еңмеш” нәфис фильмы өсөн режиссер Айнур Асҡаров, “Терешкова летит на Марс” китабы өсөн публицист Игорь Савельев һәм симфоник музыканы пропагандалағаны өсөн музыкант Рөстәм Сөләймәнов лайыҡ булды. Әйткәндәй, абруйлы премияға 19 ижадсының хеҙмәте тәҡдим ителгәйне. Комиссия ағзалары иһә нәҡ ошо кешеләрҙе премияға лайыҡ тип тапты. 
— Еңеүселәрҙе билдәләү еңелдән булманы, сөнки дәғүә итеүселәрҙең һәр кеме үҙ эшенең оҫтаһы, — тине ҡотлау телмәрендә Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев. — Ә инде бөгөнгө лауреаттарыбыҙ республикабыҙҙың данын арттырыр тип ышанабыҙ. 
— Йәш таланттарҙы баһалау, үҫтерә белеү хәҙерге ваҡытта бик мөһим, — тине мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. — Шуға ла ошо премия күптәрҙе киләсәктә ижад итеүгә дәртләндереп торасаҡ. 
Билдәле булыуынса, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы 1995 йылдан алып тапшырыла. Әлеге ваҡытта лауреаттарҙың иҫәбе алтмыштан ашыу. Быйылдан башлап аҡсалата премияның күләме лә арттырылды. Хәҙер ул 150 мең һум тәшкил итә.
Автор: А. АБҘАҠОВ.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb