Иҙел башы төҙөкләнә

Иҙел башы төҙөкләнә
“Ирәмәл” тәбиғәт паркында биләмәне төҙөкләндереү һәм туризм өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу дауам итә. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре әйтеүенсә, был парктың үҫемлектәрен һәм йәнлектәрен һаҡлауға булышлыҡ итәсәк.
Уҙған шәмбе тантаналы шарттарҙа туристар өсөн “Ағиҙел башында” туҡталҡаһы асылды. 
— Ағиҙел — республиканың төп йылғаһы, ул беҙҙең “Ирәмәл” тәбиғәт паркынан башланғыс ала, — тине парктың директоры Римма Ғәлиева. — Был беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ һәм шул уҡ ваҡытта яуаплылыҡ. Изге урынды һаҡларға һәм яҡларға кәрәк. Ағиҙел башланған биләмә һуңғы тапҡыр 30 йыл самаһы элек төҙөкләндерелгәйне. 
Әле “Газ-Сервис” асыҡ акционерҙар йәмғиәте ярҙамы менән тирә-яҡ тәртипкә һалынған. Йылға башында тауҙарҙы ярып кешелеккә таҙа һыу биргән Урал батырҙың ҡылысын һынландырғандар. Проекттың авторҙары белдереүенсә, был ҡорал тәбиғәттең мәңгелеген һәм тормош башланғысын сағылдыра. 
Әлеге ваҡытта “Ирәмәл” тәбиғәт паркында ун туристик туҡталҡа бар, биш экологик маршрут һалынған.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите 

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb