«Йүкә шына» кәкре премияһы кемгә тәтер?

«Йүкә шына» кәкре премияһы кемгә тәтер?
Башҡорт йәштәр эстрадаһында яңылыҡ бар, дуҫтар. Уның исеме - “Йүкә Шына” кәкре премияһы!
Концерттар миҙгеленә йомғаҡ яһауҙы маҡсат иткән премия тапшырыу йылына бер тапҡыр уҙасаҡ. Быйыл иһә, әлеге тантана 26 майҙа баш ҡалабыҙҙың Правда ХОЛЛ клубында, бейеү миҙгелен ябыуға арналған супер-дискотека сиктәрендә үтәсәк.
Бығаса эстрадабыҙҙа һәр ваҡыт тик ыңғай сифаттарҙы ғына “ҡайғыртҡан” премиялар тапшырылып килде. Бына, ниһайәт, “кәкреһе” лә булдырылды. Үҙенсәлекле лә, эстрадабыҙ йондоҙҙары һәм “йондоҙҙары” өсөн кәрәкле лә премияны ойоштороусылар әйтеүенсә, концерт миҙгеле йомғаҡтары буйынса “Иң тоҙһоҙ йыр”, “Кәмәһен ҡомға терәгән йырсы”, “Йән КӨЙөгө”, “Иң мәғәнәһеҙ мәҙәни сара”, “Йыл булдыҡһыҙы”, “Иң йүнһеҙ клип”, “Йыл төңөлөүе”, “Иң һәпрә имидж”, “Һәлберләгән өмөт”, “Ҡолағына айыу ике тапҡыр баҫҡан” кеүек һәм башҡа урынла төрттөргөс номинациялар тапшырыласаҡ.
Бүләктәр? Улары була, әммә номинанттар “ҡаҙаныштарын” үҙҙәре килеп алырмы-юҡмы - билдәһеҙ.
“Был сара, йәғни “Йүкә Шына” премияһын өләшеү башҡорт эстрадаһына киләсәктә үҫешкә көс бирер, этәргес булыр һәм иң мөһиме - йырсыларға халыҡҡа сығарған ижадтарына ҡарата яуаплыраҡ, тағы ла талапсаныраҡ ҡарарға ярҙам итер тигән өмөттәбеҙ”, - тиҙәр, ойойштороу комитеты ағзалары.
Әлеге көндә республика райондарының урман хужалыктарының береһендә номинанттраға тапшырыласаҡ махсус “Йүкә шыналар” юныла ла инде.
26 майҙа 22.00 сәгәттә башланасаҡ тамаша йыр-моң, уйын-көлкө менән оҙатып барыласаҡ, таң атҡансы дискотека көтә һеҙҙе, йәштәр.
Башҡорт эстрадаһы тарихында беренсе таҡыр уҙасаҡ “Йүкә шына” кәкре премияһын тапшырыу сараһының беренсе шаһиты булып тарихҡа ингегеҙ килһә, тамашаға рәхим итегеҙ!
Сығанаҡ: "Шоңҡар" журналы

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb