Йәш драматургтар, буласаҡ драматургтар, драматургия менән ҡыҙыҡһынғандар өсөн

Йәш драматургтар, буласаҡ драматургтар, драматургия менән ҡыҙыҡһынғандар өсөн
2014 - Мәҙәниәт йылында яңы проект – ғинуар башынан Заманса драматургия һәм режиссура буйынса республика семинар-лабораторияһы эшләй башланы!
Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы яңы йылдан театр мәҙәниәтен, милли драматургияны үҫтереү йәһәтенән яңы, оҙайлы семинар-лаборатория ойоштороуы хаҡында хәбәр итә. Ғинуарҙан октябрь айына ҡәҙәр бер нисә этаптан торған семинарҙың төп маҡсаты яңы авторҙар, көн талабына ярашлы яңы драма әҫәрҙәре эҙләү, әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры – драматургияға йәштәрҙе ылыҡтырыу һәм пьеса яҙырға дәртләндереү. Семинарҙың Положениеһы раҫланған. Семинар-лабораторияның дирекцияһы һәм һайлап алыу комиссияһында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың билдәле драматургтары, режиссерҙары һәм башҡа сәнғәт әһелдәре бар. Унда ҡатнашырға теләүселәр ғинуар айында заявкалар бирә ала. Заявка, тимәк ижади яҙмалар, үҙегеҙ хаҡында мәғлүмәттәр. Улар 2014 йылдың 10 февраленә ҡәҙәр Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. эдектрон адресына ебәрелергә тейеш. Һуңғы 2 йылда яҙылған әҫәрҙәр - башҡорт, татар һәм рус телдәрендә ҡабул ителә: оригиналь пьеса (инсценировка түгел), күренеш, этюд һ.б. (башҡорт, татар телдәрендәге яҙмалар рус теленә мәғәнәүи тәржемә менән).
Был асыҡ конкурста 45 йәшкә тиклемге һәр кем ҡатнаша ала. Яҙып та бер кемгә лә күрһәтергә ҡыймаған, театрҙарға тәҡдим итергә форсаты сыҡмаған, йә йөрәге етмәгәндәргә был семинар ғәжәйеп уңайлы осраҡ, сөнки лаборатория барышында әҫәрҙе нисегерәк камиллаштыру, ҡайһы яҡлап үҫтереү, пьеса яҙыу ҡанундары хаҡында дәрестәр биреү төп эш буласаҡ. Семинарҙа ҡатнашыу бушлай, әммә үҙ тырышлығы, маҡсатҡа ынтылышы менән конкурста еңгән кеше бай ғына матди бүләк аласаҡ, улай ғына ла түгел уның әҫәре сәхнәлә ҡуйылсаҡ! Бындай ҙа уңайлы осраҡты ҡулдан ысҡындырмағыҙ, дуҫтар, ижад ҡомарығыҙҙы йыйып, ваҡыт табып, илһамланып, ҙур теләк менән ҡулъяҙмаларығыҙҙы барлап – алға, семинар-лабораторияға!  Был ижади бәйгелә тик уңыштар Һеҙгә!
Сығанаҡ: Башҡорт дәүләт академия драма театры сайтынан

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb