“Йыл журналисы” кем? Гүзәл!

“Йыл журналисы” кем? Гүзәл!
Йыл аҙағы — башҡарылған эштәрҙе теүәлләү, үткәндәргә күҙ һалып, киләсәккә яңы маҡсаттар ҡуйыу мәле. Республиканың мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре өсөн ошондай йомғаҡлау кисәһе ойошторолдо. Матбуғат байрамы, йылдағыса, сағыу уҙҙы.
— Республикабыҙҙағы гәзит-журнал, радио-телевидение йөкмәткеле, аныҡ, уңышлы эшмәкәрлеге менән башҡа күп төбәктәрҙекенән айырылып тора, — тине Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов. — Улар бер нисә телдә донъя күрә, тимәк, милләттәрҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индерелә. Иң мөһиме — һәр мәғлүмәт сараһының үҙ уҡыусылары, тыңлаусылары бар.
Борис Николаевич 2013 йылдың төрлө мөһим ваҡиғаға бай булғанын, уларҙың гәзит-журналда, радио-телевидениела киң яҡтыртылып, власть менән йәмғиәт араһында ышаныслы күпер һалыныуын билдәләне.
Артабан республика журналистары араһынан төрлө тармаҡ буйынса иң яҡшы эш һөҙөмтәһенә өлгәшкәндәр билдәләнде. Уларға дипломдар, иҫтәлекле кубоктар тапшырылды. “Йыл журналисы” исеменә “Юлдаш” радиоһының алып барыусыһы Гүзәл Ситдиҡова лайыҡ булды.
Автор: Д. ТӘЛҒӘТОВА.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb