Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Йылмайған Америка халыҡ шағирын йырлатҡанмы?
Карта учреждений и афиш
Среда, 11 февраля 2015
Йылмайған Америка халыҡ шағирын йырлатҡанмы?
– 1997 йылда Америкала 33 илдән килгән яҙыусылар менән бергә ижади сәфәрҙә булырға тура килгәйне. 17 йылдан һуң унда йәнә барырмын тигән уй башыма инеп тә сыҡманы. Ейәнем Артур былтыр Америка Ҡушма Штаттарының Мичиган университетында уҡыу мөмкинлеге биргән грант отоп, йәйен океан аръяғына юлланды. Торараҡ ғаиләһен дә күсереп алды, ә инде былтыр 28 ноябрҙә ҡатыным Фәриҙә менән беҙ ҙә Детройтҡа барып төштөк, – тип башланы һүҙен Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев тәьҫораттары менән уртаҡлашыу маҡсатында уҙғарған кисәлә.
Мичиган ҡалаһында 10 миллион кеше йәшәй. Уҡыу йорто 250 квадрат километр майҙанда урынлашҡан икән. Унда донъяның төрлө иленән 48 мең студент белем ала, 10 меңдән ашыу кеше эшләй. Китапханалары бик бай, башҡорт әҙиптәренең ижад емештәре лә һаҡлана. Халыҡ шағиры унда үҙенең әҫәрҙәренең дә булыуына ғәжәпләнеүен йәшермәне.
Шағир – ҡайҙа ла шағир. Рауил Төхвәт улы индеецтарҙың резервацияһы менән танышҡан, күргәндәре шиғыр юлдарына һалынған. Фәндә төркиҙәрҙең күсенеп йөрөп, океан аръяғына барып сығыуы хаҡында фекер йәшәй. Индеецтарҙың ҡайһы бер ҡәбиләләрендә төрки һүҙҙәр һаҡланыуы быға бер дәлил дә булып тора. Кисәлә тәьҫораттар менән бергә әҫәрҙәр ҙә яңғырауы осрашыуҙы тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ, йәнлерәк итә.
– Тәбиғәткә, балаларға был илдә мөнәсәбәт бик яҡшы. Яңы йыл алдынан һәр сара бәләкәстәр ҡатнашлығында үтә, – тине шағир, һоҡланыуын белдереп.
Әлбиттә, был илдә ҡаршыңа барыһы ла йылмайып атлаһа ла, уларҙың ихласлығы самалы булыуы хаҡында ла әйтте әҙип. Һәр кемгә тыуған яғы, халҡы яҡын, Ватанында кешеләрҙең матур, асыҡ сырайлы, күҙҙәре нурлы булыуын да билдәләне. Фәһемле осрашыу хаҡында оҙон-оҙаҡ һөйләргә була, әммә сәфәр барышында алып барылған көндәлектәрҙе көтәйек – улар башҡорт матбуғатында донъя күрер. Илдәр гиҙеү, яңы кисерештәргә сорналыу ысын ижадсының күңел һәм зиһен донъяһын илһамландырмай ҡалмаҫ.
Автор: Лариса АБДУЛЛИНА.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Йылмайған Америка халыҡ шағирын йырлатҡанмы?
Йылмайған Америка халыҡ шағирын йырлатҡанмы?
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Главное меню
Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана