Йылы һүҙ – йәнгә аҙыҡ!

Йылы һүҙ – йәнгә аҙыҡ!
Ҡыуаныслы хәбәр бар һәм уның менән уртаҡлашырға ашығабыҙ: яратып ҡына уҡыған “Шоңҡар”ығыҙ Өфө ҡалаһын да яулай бара. Баш ҡаланың йәштәр сәйәсәтен яҡтыртыуға булышлыҡ иткәне өсөн Өфө ҡалаһы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте комитеты журнал редакцияһын рәхмәт хаты менән билдәләне. Баш ҡала хакимиәтендә үткән тантаналы сарала Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Биктимер улы Баязитов һәм Өфө ҡалаһының йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе Урал Таһир улы Килсенбаев ҡатнашты. “Йылы һүҙ – йәнгә аҙыҡ” ти халҡыбыҙ. Тырышлыҡтарбыҙҙы күреп баһалауҙары өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Сығанаҡ: "Шоңҡар" журналы сайтынан

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb