Йәйге залға рәхим ит

Йәйге залға рәхим ит
“Мега” сауҙа үҙәгенең икенсе ҡатында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың йәйге уҡыу залы асылды. 
Милли китапхана менән сауҙа үҙәгенең берлектәге проектының төп маҡсаты — китапҡа ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, балаларҙы, йәштәрҙе уҡыуға йәлеп итеү. Килгән һәр кеше уҡыу билеты алып, йәйге залға инә ала. Бынан тыш, залда электрон китаптарҙы уҡырға, китапхана фондындағы журналдарҙы ҡарарға була. Зал 31 авгусҡа тиклем көн һайын иртәнге сәғәт 10-дан киске 10-ға тиклем асыҡ. 

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb