«Йөрәгемдә - ауылым» фильмы төшөрәләсәк

«Йөрәгемдә - ауылым» фильмы төшөрәләсәк
Август айында Ейәнсура районының Мәзит ауылында ҡыҫҡа метражлы «Йөрәгемдә - ауылым» фильмы төшөрөләсәк. Проекттың режиссеры Рәфис Ҡойбағаров, сценарий авторы Фәниә Юланова булып тора.
Фильмдың төп геройы – Зиннур исемле ябай ауыл кешеһе. Хис-тойғоларға бай, йыр-моңға ғашиҡ, ир уртаһына еткән уҙаман. Атаһы билдәһеҙ сәбәптәр менән тыуған ауылынан сығып китә. Геройҙың бала сағы, йәшлеге лә атаһының ҡартатаһы нигеҙендә һалған йортта үтә. Тиңдәштәре лә ошо ауылдан. 
Зиннур уҡып, кәләш ала, балалары тыуа. Ә шулай ҙа ул ҡартатаһы нигеҙенә йыш ҡайтырға ашҡынып тора. «Ата-бабамдар төйәк иткән ергә ҡайтһам, ғәмһеҙ бала саҡҡа әйләнеп килгәндәй буллам», - ти ул үҙе тураһында һәм фильмда уның ауылға ҡанатланып ҡайтып килеүе һүрәтләнә. Йәнтөйәккә булған һөйөү, тыуған ауылдың тормошта ни тиклем мөһим роль уйнауы проекттың төп темаһына тап килә.
Әлеге ваҡытта фильмға бағыусылар йәлеп итеү, актерҙар һайлау бара. Ярҙам итергә әҙер кешеләр 8 (347)–852-47-17 телефоны буйынса шылтыратһын. Фильм республиканың бөтә башҡорт ауылдарының дөйөмләштерелгән образын сағылдырыласаҡ. 
«Йөрәгемдә - ауылым» ҡыҫҡа метражлы фильмының «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмө адресы: http://vk.com/bashfilm1
Сығанаҡ: "Йәшлек" гәзите

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb