Көньяҡ Кореяла үткән гүзәллек бәйгеһендә ҡатнашыусы яҡташыбыҙ Айгөл Вәлиева 5-се урын яуланы

Көньяҡ Кореяла үткән гүзәллек бәйгеһендә ҡатнашыусы яҡташыбыҙ Айгөл Вәлиева 5-се урын яуланы
Халыҡ-ара «Мисс университет» бәйгеһен йыл һайын Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы менән ЮНЕСКО ағзалары ойоштора.
Унда донъяның төрлө юғары уҡыу йорттарында белем алыусы ҡыҙҙар көс һынаша. Быйылғы бәйгенең төп бүләген Мексика ҡыҙы яуланы. Яҡташыбыҙ, Мәсетле районы ҡыҙы Айгөл Вәлиева, Кореялағы конкурсҡа Рәсәйҙең 2 мең һылыуы араһынан һайлап алынды. Айгөлдөң быға тиклем дә абруйлы конкурстарҙа ҡатнашҡаны бар. Ләкин быйыл конкурс маҡсатлы ҡыҙға ҙур уңыш иклтерҙе. Интернет тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Айгөл Вәлиева 7149 мәрәй йыйып, бишенсе баҫҡысҡа күтәрелде.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb